СКАЛДИН Олег Алексеевич (11.1. 1957, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1976 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында эшләй: 1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1989 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге тигеҙ булмаған квазитәртипле мөхиттәрҙә молекуляр өҫтө (структуралы) тәртибенең барлыҡҡа килеү һәм емерелеү процестарын, механизмдарын тикшереүгә арналған. С. тарафынан шыйыҡ кристалдарҙағы һыҙыҡлы тура (флексоэлектрик) һәм һыҙыҡһыҙ пьезоэлектрик (өҫкө йөҙҙә полярлашыу) эффекттар тикшерелә, шыйыҡ кристалдарҙың ике үлсәмле һәм квазиөс үлсәмле ҡойонло домен рәшәткәләрендә арауыҡ‑ваҡыт б‑са синхронлаштырыу күренеше асыла; электр ҡырында йоҡа полимер плёнкаларҙың локаль үткәреүсәнлеге (наноүлсәмле үткәреүсе каналдар барлыҡҡа килеү) күрһәтеп бирелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Введение в физику информационных процессов. Уфа, 2003.

О.Г.Хвостенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика