СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы (20.8.1942, Ульяновск өлк. Боровко а. – 24.5.1993, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (1988), проф. (1989). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Ҡазан ун-тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй. 1981 й. алып Өфөлә: БДПИ-ла уҡыта, 1988 й. башлап теоретик физика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сағыштырмалылыҡ, физик ҡырҙар, гравитация теорияларын үҫтереүгә, төрлө ғәмәли мәсьәләләргә матем. ысулдар ҡулланыуға һ.б. арналған. С. тарафынан релятивизм динамикаһының кире мәсьәләләрен сығарыу ысулдары эшләнә, релятивистик тартылыш теорияһындағы сәбәплелек принцибы әйтеп бирелә, гидродинамик күренештәрҙең матем. моделе тикшерелә, әүҙем мөхиттәр эсендә ҡайтарылған акустик тулҡындарҙың көсәйеү эффекты һ.б. асыла һәм өйрәнелә. Һөҙөмтәләре динамик системалар м-н идара итеү теорияһында, навигация спутниктарының траекториялары б-са Ерҙең гравитация ҡыры картаһын төҙөүҙә һ.б. ҡулланыла. 80-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Риманова геометрия и общая теория относительности. Пермь, 1976.

М.Ә.Шәмсетдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика