САФИУЛЛИН Миҙхәт Нәзифулла улы (24.11.1927, Бөрө ҡ. — 19.9.1987, Төмән ҡ.), тау инженеры. Техник ф. канд. (1974). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) “Туймазабурнефть” тресында эшләй: 1952 й. алып өлкән инженер, 1953 й. — производство- техник бүлек нач., 1954 й. — баш инженер. 1961 й. башлап Куба Респ. (Гавана) нефть сәнәғәте б‑са баш белгес—кәңәшсе. 1962 й. алып “Тюменнефтегазразведка” тресы идарасыһы,__ 1966 й. — “Тюменнефтегаз” берекмәһе нач. урынбаҫары, 1985 й. — Себер нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда (Төмән) фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни- производство эшмәкәрлеге Көнбайыш Себерҙең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә арналған. С. етәкс. ҡатмарлы тәбиғи‑климат шарттарында ауыш йүнәлешле скважиналарҙы быраулау технологиялары эшләнгән һәм индерелгән, куст б‑са быраулау өсөн БУ—3000 ЭУК быраулау ҡулайламалары һ.б. уйлап табылған. С. ҡатнашлығында Самотлор, Балыҡтамаҡ һ.б. ятҡылыҡтар үҙләштерелгән. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1972, 1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966, 1970).

Әҙәб.: В е л и к о п о л ь с к и й С.Д., П е р е п л ё т к и н Ю.И. Сердца трёх. Тюмень, 2002.

С.Д.Великопольский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика