“АУЫЛ”, ижт.-сәйәси гәзит. Һамар губерна башҡарма ком‑ты эргәһендәге асығыусыларға ярҙам бүлеге һәм башҡ.-татар бюроһы, 1923 й. алып РКП(б)‑ның Һамар губерна ком‑ты эргәһендәге башҡ.-татар бюроһы һәм губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге башҡ.-татар секцияһы органы. 1922 й. мартынан башлап 1924 й. июненә тиклем Һамар ҡ. төрки телендә нәшер ителә. 1922 й. 18 һаны сыға, 1923 й. — 27, 1924 й. — 6. “А.” совет хөкүмәте документтары, ил һәм сит ил яңылыҡтары баҫтырыла, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу мәсьәләләре яҡтыртыла, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр бирелә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина