СИРАЕВ Рәмил Рәбис улы (25.3.1964, Өфө), тренер. Грек‑рим көрәше б‑саРәсәйҙең атҡ. тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). П.Ф.Лесгафт ис. С.‑Петербург физик культура акад. тамамлаған (2002). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы (тренеры Г.В.Хрюкин), “Хеҙмәт резервтары” спорт клубы (В.А.Борман) тәрбиәләнеүсеһе. Швецияла (Хапаранда ҡ., 1994) һәм Финляндияла (Ванта ҡ., 1995) үткән халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. 1991 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә (С.‑Петербург), 1995 й. — грек‑рим көрәше б‑са СДЮСШОР‑ҙа (Өфө) тренер. Тәрбиәләнеүселәре араһында 30‑ға яҡын Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика