СӘЙЕТГӘРӘЕВ Риф Рәйес улы (23.8.1960, Өфө – 18.6.1996, Острув‑Велькопольски ҡ., Польша, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Автотранспорт колледжы мотосекцияһы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Ҡ.Сәфәров). “Ағиҙел”, “Башҡортостан”, “ЛУКОЙЛ– Башҡортостан” командалары (бөтәһе лә – Өфө), армия спорт клубы (Львов ҡ.) өсөн сығыш яһай. Үләндәге тректа ярышыуҙа Европа чемп. (1991), СССР (1982, 1989), РСФСР (1983–84, 1988) һәм Рәсәй (1995) чемп., СССР кубоктарын яулаусы (1982, 1989), шәхси ярыштарҙа СССР чемпионаттарының көмөш (1988) һәм бронза (1981, 1990) призёры, спидвей б‑са команда ярыштарында СССР (1979, 1981–83, 1988, 1991) һәм Рәсәй (1993) чемп., “Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы” (1980–81) халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе. СССР (1980 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993–95) йыйылма командалары ағзаһы.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика