СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы (11.6.1982, Өфө), спортсы. Грекрим көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡ. физик культура ин‑тын (2006), БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тын (2007) тамамлаған. “Өфөлө” ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Ю.Мазов). Чехияла (Хомутов ҡ., 1998) һәм Португалияла (2001) халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе, Рәсәй чемпионатының бронза призёры һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемп. (икеһе лә — 2001). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2002).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика