СӘФӘРОВ Альберт Тәлғәт улы (5.5.1958, Өфө), тренер. Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000), биатлон б‑саСССР‑ҙың спорт мастеры (1979) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (2003). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1999). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1987). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.К.Ямалиев). СССР ДОСААФ‑ы чемп. (1981—84), СССР беренселегенең көмөш һәм бронза призёры (1979), РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981), Чехословакияла (2 тапҡыр, 1983) һәм Польшала (1984) халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. 1984 й. алып биатлон б‑са Респ. СДЮШОР‑ының уҡытыусы‑тренеры, бер үк ваҡытта 1999—2002 йй. Ишембай ҡ. һәм Ишембай р‑нының Физик культура, спорт һәм туризм ком‑ты рәйесе. Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Сафарова, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика