СӘЙФЕТДИНОВ Эмиль Дамир улы (26.10.1989, Салауат ҡ.), спортсы. Спидвей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). “Салауат” спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Д.Ш.Сәйфетдинов). “Мега‑Лада” (Тольятти ҡ., 2003–05, 2007–08), “Турбина” (Балаково ҡ., 2009), “Салауат” (Салауат ҡ., 2013–14) командалары һәм сит ил клубтары өсөн сығыш яһай. Шәхси ярыштарҙа Чехия, Швеция һәм Словения (бөтәһе лә – 2009) Гран‑приҙарын яулаусы, Европа чемп. (2014–15), донъя чемпионатының бронза призёры (2009), команда ярыштарында Европа чемпиондары кубогын яулаусы (2008), Рәсәй чемп. (2005, 2007–09), донъя чемпионатының бронза призёры (2012), парлы уҙышта Рәсәй чемп. (2005, 2009). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2007–08) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2005; 2008) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2002; 2 тапҡыр, 2003 һәм 2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2007 й. алып).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика