СЕНЧЕНКО Татьяна Васильевна (10.9.1952, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Борисов а.), тренеры. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996). 1975 й. алып Белорет ҡ. эшләй: металлургия комб‑тының “Хеҙмәт” ДСО‑һы ДЮСШ‑нда саңғы ярышы б‑са уҡытыусы‑тренер, 1977 й. — мед. уч‑щеһында физик тәрбиә уҡытыусыһы, 1985 й. — 14‑се урта мәктәптең физик культура уҡытыусыһы, 1987 й. — Башҡ‑н өлкә советының Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте ДЮСШ‑нда, 1990 й. — 1‑се ДЮСШ‑ла еңел атлетика б‑са уҡытыусы‑тренер. Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.Е.Богомолова, А.А.Самохвалова, Л.Б.Шобухова, ш. уҡ 9 Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика