СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ, эсендә бирелгән йылылыҡ режимын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, сикләнгән арауыҡ рәүешендәге йылытыу камераһы булған ҡоролма. Йылылыҡ энергияһы сығанағы б-са яғыулыҡ (башлыса газ йәки шыйыҡ яғыулыҡ файҙаланыла) һәм электр (электр энергияһы ҡаршылыҡлы, индукциялы, дуғалы һәм электрон-нурлы мейестәрҙә йылылыҡҡа әйләнә); технологик тәғәйенләнеше б-са – йылытыу (металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү алдынан әҙерләмәләрҙе йылытыу өсөн); термик (әҙерләмәләрҙе һәм изделиеларҙы кәрәкле т-раға тиклем ҡыҙҙырғандан һуң билдәле мөхит эсендә көйләп һыуытыу); яндырыу (мәғдән, балсыҡ, эзбизташты һ.б. артабан ҡулланыу алдынан эшкәртеү); киптереү (ҡаты материалдарҙы киптереү); иретелгән тоҙ һәм металдар булған махсус мейес-ванналар; эшләү принцибы б-са – периодлы (камералы, ҡалпаҡлы, шахталы, туннелле, элеваторлы) һәм өҙөклөкһөҙ эшләгән (барабанлы, каруселле, конвейер, импульс, рольганглы, һуҙғыслы һәм иретеү); эш арауығының т-раһы б-са – түбән (600–700°С), уртаса (700–1250°С), юғары т-ралы (1250°С юғары) С.м. айырыла. Периодлы эшләгән мейестәрҙе файҙаланғанда универсаллек һәм һығылмалылыҡ, ҙур изделиеларҙы оҙайлы технологик сыҙамлыҡ һәм теләһә ниндәй т-ра режимында йылытыу мөмкинлеге тәьмин ителә; өҙөкһөҙ эшләгән мейестәрҙең етештерә алыуы юғарыраҡ һәм электр энергияһын тотоноуҙың сығымы түбәнерәк була, улар өсөн изделиеның йылытыу процесында тейәү уйымынан бушатыу уйымына табан күсеү хас. Мейестәрҙең контролдә булған нейтраль (окислаған), углероды булмаған, углеродлы атмосфераһы була. 20 б. 80-се йй. ӨАИ-ла ҡеүәте 40 кВт булған периодлы рәүештә эшләгән С.м. өсөн аныҡ т-раны тотоу һәм көйләү системаһы уйлап табылған (В.Г.Гусев, А.В.Мулик һ.б.); композиция материалдары м-н нығытылған металл керамиканан ҡатнаш ҡойолмалар алыу өсөн көплөк формаларҙа ҡойоу процесына идара итеү өсөн йылытыу ҡоролмаһы эшләнгән (Р.Ф.Мәмлиев, Ф.Ш.Шәрифйәнов һ.б.); ӨМЭПБ-ла индерелгән. “Свартэкс” ААЙ-нда иретеп йәбештереү электродтарын киптереү, ҡыҙҙырыу һәм һаҡлау өсөн ҡаршылыҡлы электр мейестәре уйлап табыла һәм ҡулланыла. Респ. пр-тиеларында төрлө С.м. деталдәрҙе сыныҡтырыу, яндырыу, ҡайтарыу (мәҫ., ҡалын плёнкалы микроэлектроника элементтарын яһау өсөн конвейер мейестәре), ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәргәндә (әҙерләмәләрҙе термик эшкәртеү, йылытыу өсөн камералы электр мейестәре) һ.б. өсөн файҙаланыла.

Ф.Ш.Шәрифйәнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика