СЕНЧЕНКО Евгений Гаврилович (18.3.1953, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Николаевка а.), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2005). Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1982). 1975 й. алып Белорет ҡ. эшләй: металлургия комб‑тының “Хеҙмәт” ДСО‑һы ДЮСШ‑нда саңғы ярышы б‑са тренер‑уҡытыусы, 1980 й. — мед. уч‑щеһында физик тәрбиә етәксеһе, 1984 й. — халыҡ депутаттары ҡала советы башҡарма ком‑тының спорт ком‑ты рәйесе, 1987 й. башлап 14‑се урта мәктәптең физик культура уҡытыусыһы, 1992 й. — физик культура һәм спорт б‑са ҡала ком‑ты рәйесе, 2010 й. — 3‑сө ДЮСШ‑ла директор. Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.Е.Богомолова, А.А.Самохвалова, Л.Б.Шобухова, ш. уҡ 9 Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика