СЕМЁНОВ Анатолий Петрович (17.2. 1953, Ырымбур өлк. Абдулла р‑ны Васильевка а.), спортсы. Дзюдо б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1973). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1977). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы (Өфө, тренеры Н.Д.Попов), “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Силәбе ҡ., Х.М.Йосопов) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта РСФСР чемп. (1977), СССР чемпионаттарының (1978, 1980) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының (1979) бронза призёры, команда зачётында СССР кубогын яулаусы (1974). Үҫмер спортсылар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (1973) һәм СССР беренселегенең көмөш призёры (1972). Ветерандар араһында донъя чемп. (2004). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1974—80).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика