СЕМАК Александр Владимирович (11.2.1966, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1990). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.И.Воробьёв, А.Н.Емелин). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1982—86, 1994, 2000—01), “Динамо” (Мәскәү, 1986—91, 2002—03), “Северсталь” (Череповец ҡ., 2003—04), Милли хоккей лигаһы (Канада, 1991—97) һәм Германия (1999—2000) клубтары командаларында уйнай.Донъя(1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1985) чемп., Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы Кубогын яулаусы (1994), донъя (1987), Европа (1990), СССР (1987) чемпионаттарының көмөш призёры, донъя чемпионатының бронза призёры (1991), “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (1988, 1990). Йәштәр араһында донъя (1984, 1986), үҫмер спортсылар араһында Европа (1984), үҫмерҙәр араһында СССР (1983) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1987—91).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика