СЕЛИВЁРСТОВ Алексей Николаевич (24.7.1976, Өфө), спортсы. Бобслей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Урал физик культура акад. (2000), ӨЮИ‑ны (2005) тамамлаған. 15‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ә.Ғ.Агеев), 1995 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Ш.Фәйезов). Олимпия уйындарының көмөш призёры (2006). Дөйөм зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2005—06), Европа чемп. (2005), донъя чемпионаттарының көмөш (2005) һәм бронза (2003) призёры, дөйөм зачётта Донъя кубоктарының көмөш призёры (2004, 2008), Европа чемпионатының бронза призёры (2006), күп тапҡыр Донъя кубогы этаптары һәм Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе; боб‑старт б‑са донъя чемп. (2004). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының көмөш һәм бронза призёры (2001). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1998, 2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2009). 2009 й. алып “Торос” хоккей командаһының (Нефтекама ҡ.), 2013 й. — “Салауат Юлаев” хоккей клубының (Өфө) физик әҙерлек б‑са тренеры. Дуҫлыҡ (2007), Халыҡтар дуҫлығы (2006) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика