СӘЛИХОВ Азат Әҡсән улы [20.7.1949, БАССР-ҙың Ҡандра р-ны Төпкилде а. (БР-ҙың Туймазы р-ны)], йылылыҡ энергетикаһы инженеры. Техник ф. канд. (1999). РФ Берҙәм энергетика системаһының атҡ. хеҙм‑ре (1999), БР-ҙың атҡ. энергетигы (1995). Урал политехник ин-тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1971) Ҡарман ДРЭС-ында эшләй: 1979 й. алып цех нач., 1983 й. – баш инженер; 1987 й. башлап Яңы Салауат ТЭЦ-ы директоры. 1988 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ-нда көйләү хеҙмәте нач., 1998 й. – ген. дир., 2001 й. – баш инженер. 2003 й. башлап “Татэнерго” ААЙ-ның (Ҡазан) ген. дир. урынбаҫары. 2006 й. алып “Рәсәй берҙәм энергетика системаһы” Рәсәй АЙ-ның ААЙ-нда, 2008 й. – РФ-тың Энергетика министрлығында (икеһе лә – Мәскәү). Фәнни-производство эшмәкәрлеге энергетик ҡоролмаларҙың ышаныслылығы һәм аҙ сығымлы эшләүе проблемаларын хәл итеүгә арналған. С. ҡатнашлығында БР-ҙа тәүге газ турбиналы ҡулайламалар, газ-поршенле электростанциялар индерелә (“Янғантау”, “Красноусол”, “Йоматау”, “Асы” һ.б. шифаханаларҙа), бер нисә бәләкәй ГЭС һәм Туймазы р-нында ел электростанцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 25-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1999).

Хеҙм.: Неоценённая и непризнанная “малая” энергетика. М., 2009.

Ш.Р.Әбдрәшитов

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика