СӘЙЕТОВ Раил Идиәт улы (1.1.1952, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Өршәкбаш‑Ҡарамалы а.), инженер-электроник. Техник ф. д-ры (2001), проф. (2008). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2007). Ленинград политехник ин-тын тамамлаған (1980). 1988 й. алып Ташкент политехник ин-тында өлкән ғилми хеҙм-р, төп ғилми хеҙм-р, 1992–93 йй. “Тест” бәләкәй пр-тиеһы (Ташкент) директоры. 1994 й. башлап БДПИ-ла лаб. мөдире, физика-матем. ф-ты деканы урынбаҫары. 1998 й. алып БР-ҙың Мәғарифты үҫтереү ин-ты проректоры. 2004 й. башлап БДПУ-ла эшләй: мәғлүмәт системалары һәм технологиялары каф. мөдире, 2005 й. алып Проф. белем биреү һәм информация технологиялары ин-ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге контроль-үлсәү һәм информация системаларын, тирә-яҡ мөхитте, төрлө матдәләрҙе һәм изделиеларҙы контролдә тотоу ысулдарын һәм приборҙарын уйлап табыуға арналған. С. тарафынан агросәнәғәт комплексы материалдарының дымлылығын контролдә тотоу өсөн үтә юғары йышлыҡтағы унификацияланған бер нисә прибор эшләнә. Асыштары БР пр-тиеларында индерелгән. 84 фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: СВЧ-влагометрия продуктов сельского хозяйства. Уфа, 1999.

Ф.Х.Ҡыҙрасов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика