СӘҒИТОВ Марат Усман улы [8.7. 1925, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Арғаяш а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) – 15.11.1988, Мәскәү], астроном, гравиметрист. Физика‑матем. ф. д‑ры (1976), проф. (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979), СССР‑ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1951). 1954 й. алып МДУ‑ның П.К.Штернберг ис. Астрономия ин‑тында эшләй: 1961 й. башлап һәм 1973–87 йй. бүлек мөдире, 1967–75 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге Ерҙең һ.б. планеталарҙың гравитация ҡырын тикшереүгә, локаль гравитация ҡырҙарының нескә структураһын өйрәнеүгә, Донъя океанының гравитация ҡырын тикшереү методикаһын камиллаштырыуға арналған. С. тарафынан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр тартылыштың даими дәүмәлен билдәләү б‑са эксперимент үткәрелә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. 1995 й. алып Астрономия ин‑тында йыл һайын Сәғитов уҡыуҙары үткәрелә.

Х е ҙ м.: Гравиметрическая разведка. М., 1968 (авторҙ.); Лунная гравиметрия. М., 1979 (авторҙ.).

А.М.Черепащук

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика