СӘҒӘТ БҮЛКӘТЕ, бөтә өлкәләрҙә бер бүлкәт сәғәте ҡабул ителгән геогр. зона. Ер йөҙө шартлы рәүештә 15° оҙонлоҡ киңлегендәге 24 һыҙатҡа (0-дән алып 23‑кә тиклем) бүленгән. Сиктәш бүлкәттәге ваҡыт 1 сәғәткә айырыла. Иҫәпләү нуленсе бүлкәттән көнсығышҡа табан алып барыла. Башланғыс бүлкәт Гринвич обсерваторияһы (Бөйөк Британия) аша үткән нуленсе меридианды үҙ эсенә ала. С.б. сиктәре бөтә урында ла даими оҙонлоҡ һыҙыҡтары буйлап үтмәй, дәүләт, адм.‑иҡт. сиктәргә ярашлы байтаҡ үҙгәрә, был бер ил, респ., өлкә эсендә бер үк даими ваҡыт булыу талабына бәйле. РФ терр‑яһында 11 С.б. бар, 11‑се һәм 12‑се бүлкәттәр берләштерелгән. БР терр‑яһы 5‑се С.б. ҡарай.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Сәғәт бүлкәттәре

Яндекс.Метрика