СӘҒҘӘТКИРӘЕВА Миңлегөл Байғужа ҡыҙы (10.5.1946, БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Ҡыпсаҡ-Асҡар а.), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2005). БР-ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1968) 1978 й. тиклем һәм 1984 й. алып шунда уҡ эшләй: 1986 й. башлап лаб. мөдире, 2000 й. – өлкән ғилми хеҙм-р; 1978–84 йй. ӨАИ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге конденсирланған хәл физикаһына арналған. С. тарафынан ауыш анизотропиялы ферромагнит пластиналарҙың магнит-ҡайталыусан тәьҫирләшеүе һәм домен структураһы тикшерелә, тәүге тапҡыр магнит-ҡайталыусан тәьҫирләшеү йышлығының 2-се ҡиммәте булыуы, спин тулҡынының диффузиялы характерҙа булыу өлкәһе, микроэлектрониканың функциональ элементтарын эшләгәндә файҙаланылған материалдарҙың ҡайталыусанлыҡ һәм магнит үҙсәнлектәре м-н идара итеү механизмдары асыҡлана; магнит‑ҡайталыусан тулҡындарҙың спектры һ.б. анализлана. 115-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Особенности ориентационных фазовых переходов ферромагнетиков с наклонной анизотропией //Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2003. Т.67. №7; Спектр магнитоупругих волн магнитных материалов с наклонной анизотропией //Там же. 2004. Т.68. №5.

М.Х.Балапанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика