САЯПОВ Ришат Сәлим улы (5.1. 1963, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), тренер. Пед. ф. канд. (2007). Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1995), бокс б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1985). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). ӨАИ‑ны (1985), Силәбе физик культура ин‑тын (1993) тамамлаған. ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Г.И.Мокеев). Бокс б‑са РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1986). 1987 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев, Т.Т.Йосопов, Е.В.Логункова, К.Л.Москвин, М.В.Попов. БР‑ҙың Кикбоксинг федерацияһы рәйесе (1991—2004).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика