САФОНОВ Вадим Евгеньевич (4.3.1969, Өфө), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлаған (1992). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Пегов). РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1991), Донъя кубогының бронза призёры (2000), Бөтә донъя полиция һәм янғын һүндереүселәр уйындары еңеүсеһе (2009). Донъя (2005) һәм Европа (2004) чемп., дзюдо б‑са мастерҙар араһында донъя чемпионаттарының бронза призёры (2004, 2007). Самбо б‑са үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1989). СССР (1988—90) һәм Рәсәй (1998—2001) йыйылма  командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика