САФАРОВА Елена Владимировна (23.3.1975, Ржев ҡ.), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр (1997) һәм биатлон (2001) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (1997). Биатлон б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары А.Т.Сәфәров һәм Т.М.Сәфәрова). Йәйге биатлон б‑са Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1995), Европа чемп. (2 тапҡыр, 1998), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (1994, 1998), донъя чемпионатының бронза призёры, биатлон б‑са Бөтә донъя универсиадаһы (2001) һәм Рәсәй чемп. (12 тапҡыр, 1994—2002), ачери‑биатлон б‑са донъя чемпионатының көмөш призёры (1999). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2002). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2003).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика