СЕРЁГИН Леонид Алексеевич (1.4.1944, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Лапышты а.), и н ж е н е р ‑ т ө ҙ ө ү с е . БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1981). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлаған (1969). 1961—64 йй. һәм 1977 й. алып “Белорецкстрой” ААЙ‑нда эшләгән: төҙөлөш идаралығы нач., 1978 й. башлап баш инженер, 1981 й. — идарасы; 1971—77 йй. — “Череповецметаллургстрой” тресында. 1994 й. алып Белорет ҡала хакимиәте башлығы. 2000 й. башлап Белорет металлургия комб‑тының капиталь төҙөлөш бүлеге нач., 2002 й. — төҙөлөш б‑са дир., 2010—13 йй. “Мечел” ААЙ‑ның (Мәскәү) төҙөлөш департаменты директоры. Белорет металлургия комбинатында 150‑се сым һуҙыу станы комплексын проектлауҙа һәм төҙөүҙә ҡатнашҡан. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985).

Т.П.Лелюх

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика