САҢҒЫ БУЙЫНСА ИКЕБӘЙГЕ, саңғы ярышы һәм трамплиндан саңғыла һикереүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда С.б.и. 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан үҫешә. Артабанғы үҫеше 1962 й. Өфөлә “Трамплин” спорт комплексы асылыу м‑н бәйле. 60‑сы йй. башында Өфөлә “Локомотив”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә С.б.и. секциялары, Белорет, Октябрьский ҡҡ., 70‑се йй. “Буревестник” һәм “Зенит” ДСО‑лары, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте эргәһендә секциялар эшләй башлай, 60‑сы йй. аҙ. “Хеҙмәт” ДСО‑һы Өфө комплекслы ДЮСШ‑нда С.б.и. бүлеге асыла. 1964 й. алып респ. йыл һайын СССР, РСФСР беренселектәре һәм кубоктары үткәрелә, 1965 й. СССР ҡалалары командалары матчы уҙғарыла, 1992 й. башлап йыл һайын Рәсәй беренселектәре һәм кубоктары үткәрелә. Респ. С.б.и. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — Ю.Ф.Даутов (1959). Халыҡ‑ара ярыштарҙа И.И.Ғарифуллин, Ф.Ш.Закиров, С.Е.Масленников юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы — Э.Р.Яхин (2014). Респ. С.б.и. бүлектәре Олимпия резервы балалар‑үҫмерҙәр мәктәбе №33 һәм ДЮСШ‑ла (Күмертау ҡ.) эшләп килә, уларҙа 200‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2014). 1965 й. алып БР Трамплиндан саңғыла һикереү һәм С.б.и. федерацияһы эшләй. С.б.и. м‑н тренерҙар Р.Р.Абраров, Н.Н.Безносов, Ғарифуллин, Р.Ш.Закиров, А.М.Ҡурамшин, М.М.Лаптев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.М.Ҡурамшин

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика