АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ауыҡ й. (Тере Танып басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 252; 1989 — 163; 2002 — 129; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бәҙрәш урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 1921 й. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Бүлеғарт а. кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 40 йортло ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. алып хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Ю.Ғәримов