СЕМАВИН Владимир Петрович (16.9.1935, Белорет ҡ.), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. РФ-тың почётлы энергетигы (1996). Мәскәү энергетика ин-тын тамамлағандан һуң (1959) Белорет металлургия комб-тында, 1961 й. алып Көньяҡ Урал ДРЭС-ында (Силәбе өлк.), 1970 й. башлап Ҡарман ДРЭС-ында эшләй: өлкән мастер, 1972 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1978 й. – цех нач., 1983 й. – бүлек мөдире, 1986 й. – баш инженер урынбаҫары, 2004–07 йй. бүлек нач. урынбаҫары. Ҡеүәте ҙур булған турбиналы ватан ҡулайламаларында юғары ышаныслы һәм аҙ сығымлы яңы йылылыҡ схемаларын фәнни яҡтан тикшереүҙә, эшләп сығарыуҙа һәм ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2002).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика