СЕЛЬЧУК Николай Алексеевич (27.10. 1927, Украина ССР-ы Котюжинцы а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. урман сәнәғәте хеҙм-ре (1984). Урал урман-техника ин-тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1957). 1948—54 йй. һәм 1957—93 йй. Нуриман р-нының Яманйылға урман сәнәғәте хужалығында эшләй: 1958 й. алып баш инженер, 1966—88 йй. директор. С. етәкс. таҡта ярыу, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары сығарыу цехтары файҙаланыуға тапшырыла; аҡ шыршы майы, ағас юнысҡыһы етештереү һ.б. үҙләштерелә. Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м-н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика