СЕКЕРИН Алексей Борисович (5.10. 1955, БАССР-ҙың Дыуан р-ны Дыуан а. — 1.5.2008, Орёл ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1994), проф. (1999). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1978) Математика ин-тында эшләй: 1986 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р, 1994 й. — төп ғилми хеҙм-р; 1995 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин-тында (Өфө) эшләй. 1997 й. алып Орёл ун-тында алгебра һәм иҡт. матем. ысулдар каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Радон үҙгәртеүҙәре терминдарындағы плюрисубгармоник функциялар теорияһын, иҡт. хәүефтең дөйөм теорияһын үҫтереүгә, РФ төбәктәренең инвестициялау яғынан йәлеп ителешен баһалауға арналған. С. тарафынан А.Ф.Леонтьев теоремаһының күп үлсәмле аналогы ғәмәлгә индерелгән, суб- һәм плюрисубгармоник функцияларҙың логарифмлы ядроһы булған интегралдар рәүешендә күрһәтелә алыу критерийы уйлап табылған; ярайһы шыма булған һәр бер функцияның логарифмлы потенциалдар айырмаһы рәүешендә бирелә алыуы күрһәтелгән; һалым б-са тикшереүҙәрҙе планлаштырыу, оптималь инвестициялау портфелен туплау, сәнәғәт пр-тиеларының иҡт. яраҡһыҙлыҡ хәүефе м-н идара итеү мәсьәләләре һ.б. хәл ителгән.

И.Х.Мусин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика