СЕЙМАЛДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, продукцияның төрлө төрөн алыу өсөн беренсел ҡушма сеймалды тәрән эшкәртеү, сеймалдың, сәнәғәт ҡалдыҡтарының һәм өҫтәмә продукттарҙың файҙалы компоненттарын тулыһынса файҙаланыу. С.к.ф. ойоштороуҙың төп шарттары булып эре масштаблы производство, алдынғы техника һәм технологияларҙы ҡулланыу тора. С.к.ф. сәнәғәт сеймалы запастарының артыуына булышлыҡ итә, икенсел сеймалды тулыһынса утилләштереү тирә-яҡ мөхиттең бысраныуынан һаҡлай, ташланған производство ҡалдыҡтарын таҙартыуға киткән сығымдарҙы һиҙелерлек кәметә. С.к.ф. өсөн мөмкинлектәр БР сәнәғәтенең бөтә тармаҡтарында ла бар. БР-ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм химия сәнәғәте С.к.ф. нигеҙендә производствоны горизонталь комбинациялауҙы киң ҡуллана, был нефть продукттарын, химия һәм нефтехимия продукттарын киң ассортиментта сығарырға ярҙам итә. НЭЗ-да нефть эшкәртеү тәрәнлеге 78%-ҡа етә. С.к.ф. төҫлө металлургия өсөн перспективалы. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу процесында баҡыр, цинк һәм пирит концентраттары етештерелә, уларҙы эшкәрткәндә баҡыр, цинк, алтын, көмөш һ.б. айырып алына. Шул уҡ ваҡытта баҡыр колчеданы мәғдәндәренең башҡа күп файҙалы компоненттары (барий, галлий, германий, индий, кадмий, ҡурғаш, мышаяҡ, селен, таллий, теллур, һөрмә һ.б.) технологик сәбәптәр арҡаһында алынмайынса ҡала. Баҡыр миҡдары аҙ булған баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эксплуатациялау өсөн С.к.ф. һөҙөмтәле. С.к.ф. агросәнәғәт комплексында мөһим роль уйнай (ҡара: Май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәте, Он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте). Өфө ит-консерва комбинаты ит, колбаса изделиелары, ит ярымфабрикаттары һәм консервалары эшләп сығара; мал һуйғандан ҡалған бөтә продукттар (эшкәртелмәгән май, субпродукттар, эсәк, тире, ҡан, эндокрин биҙҙәре һ.б.) өҫтәмә продукция (техник фабрикаттар, ит-һөйәк оно, ҡоро мал аҙығы, кер һабыны һ.б.) алыу өсөн эшкәртелә. Шәкәр сәнәғәте ҡалдыҡтары ауыл хужалығында файҙаланыла: мал аҙығы итеп һығынды һәм патока, тупраҡҡа эзбиз индереү өсөн дефекат (ҡара: Шишмә шәкәр заводы). С.к.ф. ағас эшкәртеү сәнәғәте өсөн дә һөҙөмтәле, мәҫ. Әмзә урман комб‑ты эшкә яраҡлы ағас, таҡта, щитлы паркет, утын, ағас күмере, ағас ыҫмалаһы, ш. уҡ урман химияһы продукцияһы (активлаштырылған күмер, уксус к‑таһы, этилацетат) эшләп сығара.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика