Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/S/SARKISOV_ALEXANDR.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/S/SARKISOV_ALEXANDR.jpg'

САРКИСОВ Александр Александрович (19.5.1936, Мәскәү), конструктор. Техник ф. д-ры (1991), проф. (1993). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (1996). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1959) 100-сө почта йәшнигенең Тәж.‑конструкторлыҡ бюроһында конструктор, бер үк ваҡытта 1978 й. алып ӨАИ-ла эшләй. 1983 й. башлап (өҙөклөк м-н) Мәскәүҙә: СССР Авиация сәнәғәте министрлығының 3-се баш идаралығында баш инженер–нач. урынбаҫары (1988 й. тиклем), 2004 й. алып “Сатурн” ҒПБ-нда ген. дир. урынбаҫары – А.М.Люлька ис. фәнни-техник үҙәгендә ген. конструктор–дир., 2006 й. – АЛ-55 программаһы ген. директоры. 1988–2003 йй. С.-Петербургта: В.Я.Климов ис. ҒПБ-ның ген. конструкторы–ген. дир., бер үк ваҡытта 1990 й. башлап С.-Петербург техник ун-тында турбиналар төҙөү каф. филиалы етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге двигателдәр төҙөү м-н бәйле. С. етәкс. диңгеҙҙә урынлаштырыла торған “Базальт”, “Гранит” ҡанатлы ракеталары өсөн реактив двигателдәр; Ил-114С, Ил-114Т, Ил-112, Ан-140 самолёттары өсөн турбиналы-винтлы двигателдәр; Ми-17, Ми‑24, Ми-28, Ка-32, Ка-50/52 вертолёттары, МиГ-29, МиГ-35 истребителдәре, өйрәнеү-күнекмә һәм төрлө тәғәйенләнештәге сит ил самолёттары өсөн овал турбиналы двигателдәр, ш. уҡ газ турбиналы ҡулайламалар өсөн вертолёт двигателдәре базаһында күсерелмәле газ турбиналы энергия сығанаҡтары һ.б. эшләнә. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1984), Н.Е.Жуковский ис. (1994), В.Я.Климов ис. (1996), Э.О.Лоуренс ис. (1991, АҠШ) пр. лауреаты. Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Конструкции и проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 1989 (авторҙ.).

А.Я.Нәҙершин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика