САПЕЛЬНИКОВ Валерий Михайлович (27.5.1939, Рязань өлк. Кадом ҡсб), инженер-электроник. Техник ф. д-ры (1998), проф. (2000). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2000). Рязань радиотехника ин-тын тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем һәм 1973 й. алып БДУ-ла, 1964–73 йй. ӨНИ-лә, 2000 й. – БДАУ-ҙа (2001 й. башлап теоретик һәм дөйөм электротехника каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2002 й. алып ӨДАТУ-ла һәм 2006 й. – ӨДНТУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге радиоэлектроника һәм фаза күсереү эталондарының элементтар базаһын эшләүгә арналған. С. тарафынан РФ-та тәүге тапҡыр цифрҙар м-н идара иткән фаза калибраторҙары уйлап табыла, улар 1-се разряд фаза эталондары сифатында аттестациялана һәм Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгендә (1980), Бөтә Союз электр-үлсәү приборҙары ҒТИ-нда (Ленинград, 1981) индерелә; цифрлы һәм хисаплау техникаһының база элементы – Сапельников–Мөфтәхов счётчигы эшләнә, цифрлы-аналоглы функциональ үҙгәрткестәр төҙөү принциптары һ.б әйтеп бирелә. 200-гә яҡын фәнни  хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Цифро-аналоговые преобразователи в калибраторах фазы. Уфа, 1997; Проблемы воспроизведения смещаемых во времени электрических сигналов и их метрологическое обеспечение. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Р.З.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика