САҢ ҺУРҒЫС, төрлө предметтарҙың өҫтөндәге бысраҡтарҙы еүешләп йәки еүешләмәйенсә һауа ағымының динамик тәьҫире м-н таҙартыу һәм саңды һауанан саң йыйғыс эсенә айырып алыу өсөн ҡоролма. Төҙөлөшө б-са иҙәнгә ҡуйыла торған (тура ағымлы, өйөрмәле), ҡулда йөрөтмәле, арҡаға элмәле, автомобилдәр өсөн һәм щётка-С.һ., стена эсенә индереп эшләнгән (һауа үткәргестәр төҙөлөш конструкциялары эсендә үткәрелә һәм махсус розеткаларға һығылмалы шлангылар ярҙамында тоташтырыла); тәғәйенләнеше б‑са – сәнәғәт (технологик процестарҙа, төҙөлөш эштәрендә һ.б.) һәм көнкүреш С.һ. (келәмдәрҙе йыуыу, иҙәнде ышҡып ялтыратыу, йорт йыһаздарын полировкалау, һауаны дымландырыу, үҫемлектәргә бөркөү һ.б. өсөн) айырыла. С.һ. төп өлөшө – саң йыйғыс корпусына ҡуйылған һауа һурыу агрегаты (үҙәктән ҡыуғыс вентиляторлы электрдвигателе). Башҡ-нда 1972 й. алып ӨАПБ‑ла МД‑400 саң һурыу агрегаттарын, 1973 й. – улар м‑н йыһазландырылған “Ракета‑7” С.һ. сығарыу башлана; 90-сы йй. аҙ. ӨДАТУ м‑н берлектә Ф.Р.Исмәғилев етәкс. “Ракета‑600” һәм “Ракета‑1000” С.һ. өсөн МД‑600 һәм МД‑1000 агрегаттары уйлап табыла; 1998–2008 йй. В.А.Чигвинцев етәкс. штангалы “Ракета-Ультра-900” (ҡеүәте 900 Вт) С.һ.; келәмдәрҙе, йорт йыһаздарын һәм автомобиль салондарын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй габаритлы “Ағиҙел-компакт” С.һ. (1000 Вт, 3 тапҡыр фильтрлау ҡулланылған); өҫтәмә рәүештә һауаны дымландырыу һәм бөркөү функцияһы булған “Ағиҙел‑1300” С.һ. уйлап сығарылған һәм етештереүгә индерелгән.

Г.Ф.Бирюков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика