САНЪЯРОВА Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы [9.9.1929, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үзбәк а. (БР-ҙың Ғафури р-ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1942 й. алып Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы р-ндарында эшләй, 1957–84 йй. 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. “Мир” Башҡ-н сәнәғәт-сауҙа тегеү фирмаһын, Матбуғат йортон, Өфө полиграфкомбинатын, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ, БДУ, БДМУ, БДАУ корпустарын һ.б. сәнәғәт һәм соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика