САМУСЕНКО Александр Константинович (1.3.1941, Новосибирск өлк. Аксёновка а.), тау инженеры. БР-ҙың атҡ. шахтёры (2003). Себер металлургия ин-тын тамамлаған (Новокузнецк ҡ., 1965). 1959–61 йй. “Куйбышевуголь” тресында, 1966 й. алып Норильск тау-металлургия комб-тында эшләй. 1990–98 йй. “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” ААЙ-ның баш инженеры һәм  2002–04 йй. баш таусыһы; 1998–2002 йй. Урал баҡыр сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-ты проектының баш инженер урынбаҫары (Екатеринбург ҡ.). С. етәкс. Учалы, Молодёжный, Талған, Өҙөйылға баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының ер аҫтын эшкәртеү техник проекттары төҙөлгән һәм ғәмәлгә индерелгән, Яңы Учалы һәм Озёрный ятҡылыҡтарын әҙерләү, асыу һәм эшкәртеү концепцияһы эшләнгән. 22 уйлап табыу авторы. СССР МС пр. лауреаты (1991). “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика