САМСОНОВ Александр Максимович (17.2.1935, Ырымбур өлк. Савельевка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1951–57 йй. “Башкируголь” тресы (Күмертау ҡ.), 1959 й. алып “Башнефтепромстрой” (Нефтекама ҡ.) балта оҫтаһы; 1960 й. – бригадир. 1973 й. башлап Төмән өлк. эшләй. Арлан нефть ятҡылығын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша, илдә тәүгеләрҙән булып нефть промыслаһы ҡоролмаларын ҙур керамзит панелдәрҙән төҙөү технологияһын үҙләштерә. С. бригадаһы 1959–65 йй. ете йыллыҡ планды 5 йыл да 6 айҙа үтәп сыға. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1966).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.