САМОХУЖИН Хәбир Шаһи улы [18.4.1930, БАССР-ҙың Арғаяш кантоны Әбдер а. (Силәбе өлк. Арғаяш р-ны) – 5.9.1998, Силәбе ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). РСФСР-ҙың почётлы металлургы (1959). 1947–87 йй. Силәбе металлургия з-дында ҡорос иретеүсе булып эшләй. С. ҡатнашлығында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр тутыҡмай торған ҡоросто 100 т һыйҙырышлы электр мейестәрендә етештереү үҙләштерелә. СССР МС-ы пр. лауреаты (1981). Ленин (1958), Окт. Революцияһы (1977) орд. м-н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Салаутин Б.Ф. Герой Социалистического Труда сталевар Хабир Самохужин. Челябинск, 1959.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика