САМАРИН Павел Григорьевич [11.7.1930, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Демидовка ҡсб (БР-ҙың Ҡалтасы р-ны)], нефтсе. БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985). 1954 й. алып Бөрө геол. эҙләнеү контораһында эшләй, 1962–92 йй. “Южарланнефть” НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу б-са оператор, насос ст. машинисы. Нефть промыслаһын бер торбалы йыйыу системаһына күсереүҙә, нефть сығарыу объекттарын автоматлаштырыу һәм телемеханизациялауҙа; торбалы һыу бүлгестәрен эшләүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1981). Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1971).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.