САМАРИН Виктор Сергеевич (13.6.1912, Стәрлетамаҡ ҡ. – 8.8.1979, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе. Себер автомобиль-юл ин-тын тамамлаған (Омск ҡ., 1937). 1929 й. алып Эҫем урман хужалығында, 1930–33 йй. “Башжелдорстрой”, 1937 й. башлап “Союзтрансстрой” тресында (икеһе лә – Өфө) эшләй, 1938 й. алып Өфө мотор з-дында генплан начальнигы. 1940 й. башлап 3-сө треста: участка нач., 1945 й. алып контораның баш инженеры, 1950 й. – идаралыҡ нач., 1954 й. – трестың баш инженеры. 1959 й. башлап “Башспецнефтестрой” тресында (1977 й. тиклем идарасы). С. етәкс. Белорет, Бөрө, Күмертау, Мәләүез, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа һыу менән тәьмин итеү системалары, таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә; торлаҡ төҙөүҙә тиҙләтелгән ағым ысулы ойошторола. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), “Почёт Билдәһе” (1958) орд. м-н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика