АУЫҘ‑ТЕЛ ӘҘӘБИӘТЕ, һүҙ сәнғәтенең төп төрҙәренең береһе (фольклор һәм әҙәбиәт м‑н бер рәттән), проф. ижадсыларҙың импровизацияһы. А.‑т.ә. әҫәрҙәре телдән телгә күсә, ләкин тәүге текст үҙгәрмәй, уларҙа конкрет авторҙарҙың донъяны ҡабул итеүе, эстетик идеалдары, индивидуаль стиле һаҡлана. Телдән телгә күсеүе уны фольклорға, индивидуаллеге әҙәбиәткә яҡынайта. Шиғри һүҙ, форма булдырыусы сараларҙы (синтаксик төҙөлөш, ритмика, рифма) еңел ҡабул итеү, йөкмәткенең көнүҙәклеге, ижадсының абруйы автор вариантын нығытыуға булышлыҡ итә. А.‑т.ә. әҫәрҙәре, фольклор м‑н әҙәбиәттән айырмалы, автор заманындағы ысынбарлыҡтың проблемаларына һәм ваҡиғаларына йүнәлтелгән. А.‑т.ә. йәшәүе яҙманың булыу‑булмауы м‑н бәйле түгел, уға рухи ихтыяждары булған үҙ уҡыусыһы кәрәк. А.‑т.ә. донъяның күп халыҡтарында, ш. иҫ. төрки халыҡтарҙа, таралған. Күлтәгингә арналған ташъяҙма, “Ырҡ битиг” (“Күрәҙәлек китабы”), “Ҡорҡот ата китабы” һ.б. төрки һүҙ сәнғәте ҡомартҡылары тәүҙә А.‑т.ә. әҫәрҙәре булараҡ барлыҡҡа килә, һуңынан яҙып алына. Башҡ. А.‑т.ә. үҫеш этаптары: 1‑се — шартлы, төрлө йолаларҙың барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле, боронғонан алып 14 б. тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала һәм баҡсылар ижадына барып тоташа; йола фольклорында тәүге һүҙ оҫталарының (Ҡорҡот ата, Суҡаҡ, Түлкә һ.б.) исемдәре һаҡланған; 2‑се — йырауҙар осоро (14—16 бб.); 3‑сө — сәсәндәр осоро (16 б. 2‑се ярт. — 20 бб. башы). Революциянан (1917) һуң А.‑т.ә. һүнә, был авторҙарҙың яҙма ижадҡа күсеүе, ш. уҡ ысынбарлыҡты объектив сағылдырыу мөмкинлеген юғалтыуы (сәйәси шарттар арҡаһында) м‑н бәйле.

А.‑т.ә. төп жанрҙары: арнау, йыр, ҡобайыр, маҡтау, өндәү, тулғау, эпос, әйтеш һ.б. Шағир‑импровизаторҙар йыш ҡына үҙҙәренең әҫәрҙәрен думбыра, ҡурай йәки ҡумыҙҙа уйнап башҡарған.

А.‑т.ә. әҫәрҙәрен йыйыу м‑н М.А.Буранғолов, Ғ.Ф.Вилданов, Х.Ғ.Ғәбитов, С.Ғ.Мирасов, М.И.Өмөтбаев, Ф.М.Сөләймәнов һ.б. шөғөлләнә. Башҡ. әҙәбиәт ғилемендә “ауыҙ‑тел әҙәбиәте” термины 20 б. 70‑се йй. әйләнешкә инә. Ә.Х.Вилданов, М.Х.Иҙелбаев, Ғ.С.Ҡунафин, Ғ.Б.Хөсәйенов, З.Я.Шәрипова һ.б. хеҙмәттәре А.‑т.ә. өйрәнеүгә арналған.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Г.М.Яҡупова