САЛИЩЕВ Геннадий Алексеевич (11.2.1947, Калиниград ҡ.), физик. Техник ф. д-ры (1990), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1972) ӨАИ-ла эшләй: 1980 й. алып “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында бүлек мөдире. 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин-тында лаб. мөдире, 2007 й. – Белгород ун-тында лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге материалдарҙы өйрәнеү ғилеменә арналған. С. ҡатнашлығында юғары т-рала деформациялау ваҡытында материалдарҙағы структура һәм фаза үҙгәреүҙәре тикшерелә, пластик деформацияларҙы файҙаланып уларҙа ультраваҡ бөртөклө һәм нанокристалл структураны формалаштырыу ысулдары табыла. Деталдәргә үтә һығылмалылыҡ шарттарында форма биреүҙең технологик процестары БР һәм РФ-тың авиация пр-тиеларында индерелгән. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сверхпластичность промышленных сплавов. М., 1984 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика