САЛАУАТ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ. 1948 й. икмәкхана булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Салауат икмәк з‑ды, 1967 й. — Салауат икмәк комб‑ты, 1992 й. — ҠП, 1993 й. — “Салауат аҙыҡ‑түлек берекмәһе” ЯАЙ, 1994 й. башлап “С.а.‑т.к.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына икмәк (1959 й. асылған), икмәк‑булка изделиелары, перәник һәм һоло печеньеһы (икеһе лә — 1972) производстволары, керәндил (1956), юғары сортлы кондитер изделиелары (1973), майонез (1986), драже һәм сироп (1990) етештереү цехтары, ҡоро кеүәҫ әҙерләү (1982), фигуралы карамель етештереү (1990) участкалары, кондитер ф‑каһы (1994), макарон изделиелары етештереү (1998), газлы эсемлектәр ҡойоу (1999) участкалары ингән. 2003 й. 247 кеше эшләгән. Икмәк‑булка, кондитер, макарон изделиелары, майонез, алкоголһеҙ эсемлектәр етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика