САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, 1949 й. 18-се комб-ттың төҙөлөш идаралығы эргәһендә Ағас эшкәртеү комб-ты булараҡ нигеҙ һалына, 1950 й. алып Баш урман контораһы, 1955 й. башлап Ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү контораһы, 1958 й. – Ағас эшкәртеү з-ды. 1963 й. башлап Башҡ. төҙөлөш идаралығының Салауат ағас эшкәртеү з-ды, 1963 й. майынан С.а.э.к., 1965 й. – “Башстройдеталь” ПБ составында, 1994 й. – ААЙ, 2007 й. ябыла. 1998 й. составына погонаж, механика, мебель (бөтәһе лә 1949–52 йй. нигеҙләнгән), ағас эштәре (1960), таҡта ярыу (1970) цехтары, киптереү камералары (1975), паркет (1977), ишек һәм тәҙрә ҡаптары (1980) цехтары ингән. 1998 й. 163 кеше эшләгән; етештерелгән: ишек блоктары – 12750 м2, тәҙрә блоктары –8400 м2, ярылған ағас –2900 м3, иҙән таҡтаһы – 140 м3. Продукцияһы БР-ҙа һатылған. Пр-тие м-н Б.Ф.Любимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика