“САЛАУАТБЫЯЛА”, ААЙ. Составына йылылыҡ һаҡлау һәм тауыштан изоляциялау материалдары (1962 й. нигеҙләнгән), табаҡлы быяла (1964, 1967), ҙур киҫәкле силикат (1964), быяла-пакет (1977), быяла тара (1998), шыйыҡ натрий быялаһы (2001), Триплекс һәм Сталинит автомобилдәр һәм төҙөлөш өсөн хәүефһеҙ быяла (2004) производстволары инә. “Алмаз” мәҙәниәт йорто, “Алмаз” туристик базаһы бар. 2008 й. 3621 кеше эшләгән; 32,0 млн м2 ҡыҙҙырып шымартылған табаҡлы быяла, 51,6 мең м2 быяла-пакет, 465,3 сыныҡтырылған быяла, 160,6 мең м2 күп ҡатлы быяла, 60,6 мең т эреүсән натрий силикаты, 16,4 мең т шыйыҡ быяла, 97,0 млн дана быяла тара, 26,1 т йылылыҡ һәм тауыш изоляциялау материалдары етештерелгән. Продукцияһы БР-ҙа, РФ-та һатыла, яҡын сит илдәргә ебәрелә. 1960 й. Салауат техник быяла з-ды булараҡ ойошторола, 1962 й. файҙаланыуға тапшырыла (1963 й. быяла плитка, 1967  й. аквариумдар, 1970 й. көҙгө етештереү үҙләштерелә); 1973 й. алып “С.” ПБ (1974 й. һауыт-һаба, 1975 й. термос, 1978 й. гәлсәр әйберҙәр етештереү башлана); 1991 й. башлап ҠП, 1993 й. хәҙ. статусын ала. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы лауреаты (2008). Пр-тие м-н Ю.В.Сескутов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика