“САЛАВАТНЕФТЕМАШ”, ААЙ. Сәнәғәттең нефть, газ һәм нефтехимия тармаҡтары пр‑тиелары өсөн ҡорамалдар етештерә. Составына 3 ҡаҙанлыҡ‑иретеп йәбештереү, 2 ремонт- механика, ремонт‑төҙөлөш, металлургия производствоһы, энерго‑ремонт һ.б. цехтар инә. 2008 й. 2154 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1957 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Ремонт- механика з‑ды (1951 й. төҙөлә) базаһында Салауат машиналар эшләү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. 1978 й. “Нефтехиммаш” з‑ды (Күмертау ҡ. составындағы Маячный ҡасабаһы) м‑н берләшеү һөҙөмтәһендә “С.” ПБ төҙөлә, 1989 й. алып Благовещен арматура заводы, Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Туймазыхиммаш”, “БашНИИнефтемаш” пр‑тиеларын үҙ__ эсенә алған “С.” ҒПБ ойошторола. 1996 й. башлап “Салауат нефть һәм газ эшкәртеү ҡорамалдары етештереү б‑са машиналар эшләү заводы” ДУП‑ы, 2000 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика