АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән (ш. иҫ составтарында ҡыҫҡа алкил төркөмдәре, гетероатомдар — көкөрт, азот һ.б. булған) һәм тотороҡло углеводород радикалдарынан торған көрән һәм ҡуйы көрән төҫтәге иремәй торған ҡаты матдәләр. А. бензолда һәм уның гомологтарында яҡшы эреүсәнлеге уларҙы нефттән айырыу өсөн файҙаланыла. Структуралары ҡатмарлы, төҙөлөштәре тулыһынса асыҡланмаған. Деструктив гидрирлау шарттарында А. ыҫмала һәм майға оҡшаш матдәләргә әүерелә.

Башҡортостанда сығарылған нефттәрҙә А. күләме 5,2%‑тан артмай. Башҡортостанда А. өйрәнеү 20 б. 60‑сы йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда башлана. А. химик составы өйрәнелә (масса б‑са %): углерод 82—83; водород 8,1—8,7; азот 5; көкөрт 2—19; ванадий 0,5—0,9; никель 0,01—0,02, аҙ миҡдарҙа тимер, кальций, магний һәм баҡыр бар, уртаса мол. м. (800‑ҙән алып 4000‑гә тиклем) һәм ҡайһы бер физик‑химик үҙенсәлектәре (диполь моменты, парамагнетизм һ.б.) билдәләнә. А. ирекле радикалдары нефть дисперслы системаларының структураһын хасил итеүсе берләшмәләр булыуы иҫбатлана (Ф.Г.Унгер). А. күп компонентлы һәм гетероатомдарҙың уларҙа төрлөсә таралған булыуы (Р.Н.Ғимаев, Ф.Х.Ҡудашева, И.Р.Хәйрудинов), даими т‑рала А. эреүсәнлеге уның молекулаларындағы ароматик фрагменттарҙың электронға тартылыу көсө һәм эреткестең ионлашыу потенциалы м‑н бәйләнештә булыуы (был үҙенсәлек асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләр өсөн эреткестәр һайлап алыуҙа файҙаланыла) асыҡлана (М.Ю.Доломатов). 60—70‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда илдә беренсе тапҡыр А. гудрондан бензин ярҙамында айырып сығарыу б‑са сәнәғәт ысулы уйлап табыла (ҡара: Асфальтһыҙлаштырыу). А. концентраты (асфальтит) йылылыҡ һәм һыу изоляциялау материалы булараҡ үткәргес торбалар һалыуҙа, окисланмаған сифатлы юл битумдары һ.б. етештереүҙә ҡулланыла. А. буяуҙар өсөн пигменттар, полиолефиндар стабилизаторҙары, сорбенттар һәм нефть продукттарын модификациялаусы присадкалар алыу өсөн сеймал булараҡ перспективалы.

Әҙәб.: Поконова Ю.В. Химия высокомолекулярных соединений нефти. Л., 1980; Физико-химические основы направленного подбора растворителей асфальтосмолистых веществ. М., 1991; Унгер Ф.Г., Андреева Л.Н. Фундаментальные аспекты химии нефти. Природа смол и асфальтенов. Новосибирск, 1995.

М.Ю.Доломатов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева