САЙРАНОВ Рауил Нурмөхәмәт улы (20.9.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Көсөгән а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1970), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Миәкә һәм Благовар р‑ндарында эшләй. 1972 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа уҡыта: 1991–2007 йй. аграр производствоны ойоштороу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1992–93 йй. проректор, 1993–95 йй. иҡт. ф‑ты деканы. 1985–90 йй. БНИПТЖиК‑ла (бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге баҙар иҡтисады шарттарында а.х. производствоһын ойоштороуға арналған. С. етәкс. һарыҡ һәм бәрәстәрҙе айырым‑контактлы аҫрау (1986); махсус фермаларҙа үрсем өсөн тана үҫтереү (1989) технологиялары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән. 150 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Оплата труда работников сельского хозяйства. Уфа, 2002; Потребительские кооперативы в аграрной сфере: теория, организация, функционирование. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика