САҘРЕТДИНОВ Зәнфир Хәбәбетдин улы (11.1.1936, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сыуалкип а.), төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1986). 1959 й. алып Кемерово өлк. эшләй; 1964—2002 йй. “3‑сө төҙөлөш тресы” ААЙ‑нда (1967 й. башлап өлкән прораб). Башҡ‑н “Мир” сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы, Матбуғат йорто, Өфө полиграфкомбинаты биналарын, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ корпустарын һ.б. сәнәғәт һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1988). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика