САВЕЛЬЕВ Владимир Иванович (18.6.1933, Богородицк ҡ.), инженер- механик. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1987) атҡ. машиналар эшләүсеһе. ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). 1953 й. алып ӨМЭЗ‑дә эшләй: 1961 й. башлап цех нач., 1969 й. — производство нач., 1975 й. — баш инженер вазифаһын башҡарыусы; 1978—2003 йй. — “Витязь” Ишембай транспорт машиналары эшләү з‑дында: дир. урынбаҫары, 1979— 95 йй. дир., 1996 й. алып директорҙар советы рәйесе. С. етәкс. “Витязь” з‑ды төҙөлә, ике звенолы транспортёрҙарҙы сериялы сығарыу ойошторола, автобус һәм юл техникаһы өсөн төп һәм идара ителеүсе мостар етештереү үҙләштерелә. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1986), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика