“САВА”, ит комбинаты. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составына 2 производство (1998 й., 2006 й. нигеҙ һалынған), һуғым (2005), тире тоҙлау (2006) цехтары; термик бүлексә (2008), 4 һыуытҡыс-склад һ.б. инә. 2008 й. 1530 кеше эшләгән; 48,3 мең т колбаса, 0,16 мең т ыҫланған ашамлыҡ етештерелгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла. 1998 й. асыла. Пр-тиела В.М.Горбатов ис. Бөтә Рәсәй ит сәнәғәте ҒТИ (Мәскәү) асыштары ҡулланыла. Комб-ттың продукцияһы алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк күргәҙмәләре дипломдары һ.б. м‑н билдәләнгән (2004, 2005, 2006, 2007).

А.С.Павлов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика